11 мартта Өфө "Нур" татар дәүләт театрында театрҙың хормейстеры, танылған композитор, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Афарим Аҡсуриндың ижад кисәһе була.
“Моңдарымда – халыҡ яҙмышы” исемле ижад кисәһендә композиторҙың хиттарға әйләнгән йырҙары менән бер рәттән яңы ижад ителгәндәре лә, спектаклдәрҙең ҡабатланмаҫ биҙәгенә әйләнгәндәре лә яңғыраясаҡ. Тамашасы шәхес менән яҡынданыраҡ танышып, йырҙар яҙылыу тарихына ла күҙ һаласаҡ, йәнле аралашыуҙа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап аласаҡ. Иң моңло көйҙәр, дәртле бейеүҙәр, театрлаштырылған сығыштар көтөлә.
Кисәгә Афарим Аҡсуриндың дуҫтары, хеҙмәттәштәре, яҡындары, уның ижадына битараф булмаусылар киләсәк.