Нәсимә Ғиззәтуллина "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде

Нәсимә Ғиззәтуллина "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде

Кисә, 18 май көнө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның «Ҡырҡ сырағым» исемле әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сара спектаклдең композиторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арналды: тап шул көндө уға 49 йәш тулған булыр ине.

Спектакль алдынан фойела композиторҙың иҫтәлегенә "Асыҡ микрофон" акцияһы ойошторолдо. Илшат Яхиндың туғандары, класташтары, күршеләре, коллегалары, уҡытыусылары үҙ хәтирәләрен һөйләне.

"Ул йәшәргә, йәшнәп эшләргә ашыҡты. Өлгөлө ғаилә башлығы, һәләтле композитор, яҡшы ағай, тоғро дуҫ, кеселекле, кешелекле булды", -тип үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште улар. Һәм уның рухына доға ҡылынды.

Артабан Илшат Яхиндың музыкаһын, Нәсимә Ғиззәтуллинаның әйтер һүҙен тыңлау өсөн зал тулы тамашасы йыйылды. Моноспектакль тыңлаусылар иғтибарын тулыһынса йәлеп итеп, бер тында ғына үтеп китте.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы исеменән Нәсимә Ғиззәтуллинаны "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләне.

Был бер кешелек тамашала Нәсимә Ғиззәтуллина ҡатын-ҡыҙ күңеленең тәрәнлеген, йомартлылығын, матурлығын һәм күп яҡлылығын, уның хис-тойғоларын, кисерештәрен, хыялдарын, ҡатын-ҡыҙ кәйефенең төрлөлөгөн һүрәтләне.

Сара аҙағында зал актрисаны аяҡ үрә алҡышлап сәскәләргә күмде.

 

Нәсимә Ғиззәтуллина "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb