CIOFF ® VI Бөтә донъя фольклориадаһында эҫе ҡояшлы Парагвай исеменән "Айбероамерикано" ансамбле сығыш яһаясак. Көньяҡ Америкала урынлашҡан илдең мәҙәниәтенә индеец һәм испандардарҙың мәҙәниәттәре йоғонто яһаған.
Әле Нэнси Кристальдо (Nancy Cristaldo) етәкселегендәге коллектив Фольклориадаға етди әҙерләнә. Ансамблдә ҡатнашыусылар өсөн махсус рәүештә Парагвайҙа Фольклориада логотибы төшөрөлгән футболкалар эшләгәндәр. Башҡортостан Республикаһына "Айбероамерикано" парагвай халыҡ бейеүен алып киләсәк Был бейеү башҡа көршәк һәм шешәләр ҡуйып башҡарылыуы меән үҙенсәлекле. Уны ҡыҙҙар XIX быуат костюмдарында бейей.
Фольклориада көндәрендә коллектив Төньяҡ-көнбайыш фестиваль округына концерттар менән юллана.
5 июлдә "Айбероамерикано" ансамбле Дүртөйлө районында, 6 июлдә - Яңауылда, 7 июлдә - Тәтешлелә, 8 июлдә Нефтекамала сығыш яһай. Концерт турнеһы 9 июлдә Илеш районында сығыш яһау менән тамамлана, һуңынан коллектив ҡабаттан Өфөгә килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылдың 3-10 июлендә Башҡортостан Республикаһында уҙа. Сараны асыу тантанаһы Өфөлә 2021 йылдың 3 июлендә "Өфө-Арена" боҙ һарайында уҙа.
Парагвай ансамбленең үҙенсәлекле бейеүенең өҙөгөн ошо һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://cloud.mail.ru/public/mE39/RNgdqLmzW