Свердловск өлкәһе Полевский ҡалаһының тарихи музейында “ББ: Бажов һәм башҡорттар” проекты сиктәрендә башҡорт һәм рус телдәрендә “Алтынсәс” әкиәтен уҡынылар. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды, “Бажов” хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
“ББ: Бажов һәм башҡорттар“ проекты барлыҡҡа килгәс, үҙебеҙҙең китапты фәҡәт Полевскийға – Бажов әкиәттәре еренә алып килтергә хыялландыҡ. Оло быуын ҡунаҡтарын махсус рәүештә осрашыуға саҡырҙыҡ. Йыш ҡына өләсәй-олатайҙар үҙ ейәндәрендә әкиәттәр аша тыуған иленә һөйөү тәрбиәләй. Ә бында – Урал яҙыусыһының рухы менән һуғарылған мөхит. Осрашыуҙа башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа, башҡа халыҡтар ҙа булды. Сарала ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре әкиәттәрҙе шул тиклем оҫта итеп уҡыны, хатта яңы проект тураһында уйлап ҡуйҙыҡ".