Павел Бажовтың әкиәте Свердловск өлкәһе музейында башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны

Павел Бажовтың әкиәте Свердловск өлкәһе музейында башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны

Свердловск өлкәһе Полевский ҡалаһының тарихи музейында “ББ: Бажов һәм башҡорттар” проекты сиктәрендә башҡорт һәм рус телдәрендә “Алтынсәс” әкиәтен уҡынылар. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды, “Бажов” хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Проекттың маҡсаты - башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
 
Светлана Ҡолмырҙина, шәхси эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - Свердловск өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры:
 
“ББ: Бажов һәм башҡорттар“ проекты барлыҡҡа килгәс, үҙебеҙҙең китапты фәҡәт Полевскийға – Бажов әкиәттәре еренә алып килтергә хыялландыҡ. Оло быуын ҡунаҡтарын махсус рәүештә осрашыуға саҡырҙыҡ. Йыш ҡына өләсәй-олатайҙар үҙ ейәндәрендә әкиәттәр аша тыуған иленә һөйөү тәрбиәләй. Ә бында – Урал яҙыусыһының рухы менән һуғарылған мөхит. Осрашыуҙа башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа, башҡа халыҡтар ҙа булды. Сарала ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре  әкиәттәрҙе шул тиклем оҫта итеп уҡыны, хатта яңы проект тураһында уйлап ҡуйҙыҡ". 
Шуны ла билдәләп үтәйек, һәр дүшәмбе Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Башҡорт һөйләшеүе» клубының осрашыуҙары үтә, улар башҡорт телен өйрәнергә мөмкинлек бирә. Осрашыу киске сәғәт 7-лә башлана. Адресы: Екатеринбург ҡалаһы, Чернышевский урамы, 7-607, эш үҙәге Дубровин эш үҙәге, 6-сы ҡат.
Павел Бажовтың әкиәте Свердловск өлкәһе музейында башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны
Павел Бажовтың әкиәте Свердловск өлкәһе музейында башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb