4 февралдә Пекинда ҡышҡы Олимпиаданы асыу тантанаһы үтте. Тантана сегменттарының береһендә башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған картина ҡуйылғайны.
Тантаналы сара үткән милли стадионға ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу хөрмәтенә салюттан һуң 76 төрлө милләт һәм раса вәкилдәре сыҡты. Бөтә донъяның кешелеген символлаштырған йәштәр ышаныслы аҙымдар менән алға атланы. Был тантаналы йөрөш пандемия ауырлыҡтарын бергә еңеп сыҡҡан бөтә донъя кешеләренә хөрмәт билдәһе булды.
Йәштәр барған һайын, боҙҙа Ер шарының төрлө мөйөштәренән кешеләрҙең һүрәттәре төшөрөлгән ҙур картина асыла ине. Ошондай күләмле фотоларҙың береһендә традицион көнкүреш фонында Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре төшөрөлгән. Картина ярҙамында башҡорт костюмы һәм ҡурай бөтә донъяға күрһәтелде.
Был ваҡиға Рәсәй халыҡтарының халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылында айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ул шулай уҡ халыҡ традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән республика проекттары һөҙөмтәһен күрһәтте.
Йәштәр парадынан һуң Джон Леннондың йыры фонында "Бергәләп дөйөм киләсәк хаҡына" тигән Олимпия девизы барлыҡҡа килде.