16 декабрҙә Өфөлә «Урал Батыр» эпосы буйынса «Урал һәм Шүлгән» бейеү спектакленең премьераһы булды. Был – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарихында ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни тормошонда ла тәүге хореографик спектакль.
Эпос инглиз, француз, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән, шулай уҡ Брайль рельеф-нөктә тактиль шрифты менән баҫылған.
Спектаклде ҡуйыусылар премьераға әҙерлектең нисек барғаны хаҡында һөйләнеләр.
- Алдыма бейеүҙән торған спектакль әҙерләргә тигән ябай булмаған бурыс ҡуйылды. Театр актерҙары образды тыуҙырыу һәм ваҡиғаны һүрәтләү өсөн һүҙҙәрҙе ҡуллан, ә бында хореография телен өйрәнергә тура килде. Был йәһәттән миңә проект авторы Йәмилә Бикбаева ярҙам итте. Был минең өсөн яңы һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә, - тине спектакль режиссеры Фирғәт Ғарипов.
Йәмилә Бикбаева, проект авторы һәм балетмейстеры:
- Һомайға бағышланған яңғыҙ бейеү ҡуйғанда ансамбль миңә ошо теманы үҫтерергә һәм спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. Проекттың үҙенсәлеге шунда: был – ансамбль тарихында тәүге хореографик спектакль. Һәм мин дә беренсе тапҡыр бындай жанрҙа эш алып барҙым. Бейеүселәргә актёр булырға тура килде. Командабыҙ бик шәп, шуға күрә, еңел булмаһа ла, бурыстарҙы үтәй алдыҡ һәм спектаклде сәхнәгә сығарҙыҡ.
Хореографик спектакль өҫтөндә шулай уҡ сценарист Динара Ҡәйүмова, композитор һәм аранжировкалаусы Илшат Яхин, көйҙөң авторҙашы Вәсил Ғафаров, костюмдар буйынса рәссамдар Наталья Степанова һәм Сулпан Азаматова, график Ләйсән Ғарипова, Видеоинженер Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссам Иван Федькин, алып барыусы Азамат Ғафаров эшләне.
“Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы буйынса үҙенсәлекле проект Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышланған.