Премьера: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ҡорос ҡушаматлы яу аты тураһында бәйән итә

Премьера: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ҡорос ҡушаматлы яу аты тураһында бәйән итә

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектаклен тапшырҙы. Премьера 14 октябргә билдәләнгән. 

Миәкә районының Илсеғол ауылынан Керчь ҡушаматлы хәрби аттың тарихы тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа оҙатыла, Бөйөк Ватан һуғышын үтә, ике тапҡыр яралана. 1947 йылда маршал Семен Буденныйҙың ҡушыуы буйынса тыуған ауылына ҡайтарыла. Керчь112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының  Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты була. Тыныс ваҡытта колхозда тир түккән. 23 йәшкәсә йәшәй. Илсеғол ауылында яу аты хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

 
- Спектакль сәхнә биҙәлеше, декорация буйынса билдәле бер ваҡытҡа һәм урынға бәйле түгел. Ул мәңгелек тураһында. Спектаклдә егермегә яҡын актер ҡатнаша. Улар атҡа, һалдатҡа һәм эшсегә әүерелә. Бында уларға костюмдар һәм шарттар ярҙам итә. Төп ролде Фәнил Ҡарасурин уйнай. Ул атты ғына түгел, тарихтың үҙен һынландыра. Спектаклдең төрлө йәштәге тамашасыға аңлайышлы булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Тәүге тамашасыларыбыҙ мәктәп уҡыусылары ине. Уларҙың тәьҫораты буйынса, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшә алғабыҙ,– тигеҙ ҡуйыусы режиссёр Айҙар Зарипов. 
Билеттар берләшмә кассаһында һәм сайтында  https://sgtko.ru/
 
12 йәштән өлкәндәр өсөн. 
 
"Пушкин картаһы" ғәмәлдә. 
Премьера: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ҡорос ҡушаматлы яу аты тураһында бәйән итә
Премьера: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ҡорос ҡушаматлы яу аты тураһында бәйән итә
Премьера: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ҡорос ҡушаматлы яу аты тураһында бәйән итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb