Ил президенты Владимир Путин Мәжит Ғафури академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы.
"Театр ойошторолоуға 100 йыл тулды. Башҡортостандың тәүге театры ҙур ижтимағи, мәғрифәт үҙәгенә әүерелде. Республика халыҡтырының бай тарихи, рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға, күп милләтле мәҙәниәт өлөшөнә ҙур өлөш индерҙе", - тиелә президенттың ҡотлау телеграммаһында.
Театрының 100 йыллығын бөгөн Башҡорт опера һәм балет театрында билдәләнә.