РБ-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллиндың ижадына арналған йыйынтыҡ донъя күрҙе

РБ-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллиндың ижадына арналған йыйынтыҡ донъя күрҙе

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, эске хеҙмәт подполковнигы, композитор, дирижер Байрас Абдуллиндың (1951 - 2004) әҫәрҙәре йыйынтығы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа композиторҙың 33 музыкаль әҫәре, шулай уҡ шағир Фәнил Күзбәков һүҙҙәренә ижад ителгән хор, солист һәм оркестр өсөн "Башҡортостан" кантатаһы ингән. Шулай уҡ ҡушымтала ғаилә архивынан фотоһүрәттәр бар.

Китап музыкаль уҡыу йорттары уҡытыусыларына һәм студенттарына, музыканттарға, шулай уҡ киң уҡыусылар даирәһенә тәғәйенләнгән. 

Китап мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына баҫылған.

РБ-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллиндың ижадына арналған йыйынтыҡ донъя күрҙе

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb