Республика Хәрби Дан музейы Муса Гәрәевтың хәтер кисәһенә саҡыра

Республика Хәрби Дан музейы Муса Гәрәевтың хәтер кисәһенә саҡыра

Билдәле осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 20 майҙа Республика Хәрби Дан музейында "Күккә арналған ғүмер" кисәһе үтә.

Ҡыйыу осоусы һәм һөжүм итеүсе Герой Илеш ерендә тыуып үҫкән. Һуғыш йылдарында легендар ИЛ-2- лә 250-нән ашыу хәрби осош яһаған. Тыуған ил уның хәрби ҡаҙаныштарын юғары баһалай. Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Сара барышында Өфө мәктәптәре уҡыусылары ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың туғандары һәм яҡташтары менән осрашасаҡ, улар легендар летчик тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашасаҡ. Кисәлә йырҙар, шиғырҙар яңғыраясаҡ. Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленән өҙөк тәҡдим ителә, уның премьераһы  яңыраҡ, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү алдынан, үткәйне.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7.

Тел.: 260-44-64.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb