Башҡортостан халҡын "Башҡортостан тәме" кулинар онлайн-марафонында ҡатнашырға саҡыралар. Ул 2021 йылдың 12 июненән 4 ноябренә тиклем уҙғарыла.
Сарала ҡатнашыр өсөн 31 октябргә тиклем Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли аш-һыуын әҙерләргә һәм уның видеорецебын Бәйләнештә йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә һалырға кәрәк.
Видеояҙманан һуң исем-шәрифте тулыһынса, илде, төбәкте, ҡаланы / ауылды күрһәтергә, тап ошо ризыҡты һайлау сәбәбен һөйләргә кәрәк.
Шулай уҡ # тәмбашҡорт # тәмрии2021 һәм # TasteOfBashkiria хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнәсәк. Еңеүселәр 4 ноябрҙә иғлан ителәсәк. Улар ҡиммәтле бүләк аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһалағанда жюри түбәндәге критерийҙар буйынса эшләйәсәк:
- креативлыҡ;
- материалды еткерә белеү;
- лайктар һаны һәм видеороликты ҡарау.
Ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8 (347) 276-62-75 һандары буйынса шылтыратып йәки ddnrb1@mail.ru адресына яҙып асыҡларға мөмкин.