Башҡортостанда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурсҡа үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла.
Бәйге ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.
Конкурс 2022 йылдың 16-17 сентябрендә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторола. Шулай уҡ конкурс сиктәрендә уҙған йылдарҙағы конкурстарҙың лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар була.
Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы.