21 февралдә Миләүшә Хәбибилова Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта "Әҙәби гөлләмә" фестивален асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов хәбәр итте.
Миләүшә Хәбилова - билдәле башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1973 йылдың 10 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған, бала сағы Башҡортостандың Бөрйән районында үткән. 1990 йылда Сибай мәктәп-интернатын тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған. Хеҙмәт юлын "Йәшлек" гәзитендә, артабан "Аманат" журналында башлай. Бер аҙ Сибай ҡалаһында "Атайсал" гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. 2015 йылдан - «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләне. Бөрйән районында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Ике шиғри йыйынтыҡ һәм ике проза китабы авторы.