Республиканың һуҡырҙар өсөн китапханаһы фольклор кисәһенә саҡыра

Республиканың һуҡырҙар өсөн китапханаһы фольклор кисәһенә саҡыра

14 ғинуарҙа Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Халыҡ мәҙәниәте инештәренә» фольклор кисәһе үтәсәк.

«Китапханасылар ҡунаҡтарға һәм ҡулланыусыларға «Халыҡ сәнғәте ынйылары» китап күргәҙмәһе буйынса республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләйәсәк. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған. Бында рельеф-график әсбаптар һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлектәре хаҡында бәйән иткән баҫмалар менән танышырға мөмкин. Рельеф-график әсбаптар милли кейемдәрҙең, йорт кәрәк-ярағының, музыка ҡоралдарының, милли аш-һыуҙың ҡабарынҡы һүрәттәре менән тәьмин ителгән. Улар күреү һәләтенән мәхрүм булғандарға Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәте хаҡында мәғлүмәт менән танышырға ярҙам итәсәк», - ти китапхананың матбуғат секретары Олег Кушнерук.

Кисәгә килеүселәр боронғо йорт ҡаралтыһы, һауыт-һаба менән таныша ала. Кескәйҙәр өсөн башҡорт тирмәһенең тактиль макеты тәҡдим ителгән.

Күргәҙмәгә байҡау яһағандан һуң китапханасылар тәбиғи материалдарҙан традицион башҡорт бетеүен яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк.

Сара көндөҙгө 2-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb