Республиканың һуҡырҙар өсөн китапханаһында дуҫлыҡ беләҙектәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Республиканың һуҡырҙар өсөн китапханаһында дуҫлыҡ беләҙектәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Гүзәл заттар өсөн 9 мартта М.Х.Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында китапханасылар дуҫлыҡ беләҙектәрен үреү буйынса «Ижадсы тылсымлы ҡулдар» оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре етәкселеге аҫтында китап уҡыусылар һәм ҡунаҡтар йөн-ептәрҙән һәм атлас таҫмаларҙан сағыу беләҙектәр үрә алды.

Беләҙектәр үреү барышында, «яңғырауыҡлы» режимда китапханасылар һәм ҡатнашыусылар рус һәм башҡорт телдәрендә яҙ, һөйөү хаҡында шиғырҙар уҡыны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb