Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тураһында»ғы 456-сы указы менән ошо көндәрҙә Башҡортостандан бер нисә кешегә миҙал һәм маҡтаулы исемдәр бирелде. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Риф Сәйфуллин лайыҡ булды.
Риф Сәйфуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтында Шәүрә Мортазина, Фәрдуна Ҡасимова, Рафаэль Әюпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова кеүек билдәле педагогтарҙа белем ала.
Сибай театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Дамир Ғәлимов Риф Сәйфуллинды коллективтың ғорурлығы тип һанай.
“Риф Ғәли улы — театр тарихын байытҡан актер, йәштәрҙең остазы. Уның ижады – беҙҙең театр тарихында тотош бер дәүер”,- ти художество етәксеһе.
Тиҫтә йылдар дауамында Риф Сәйфуллин йөҙҙән артыҡ роль уйнай. 1979 йылда театр сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1988 йылда «БАССР-ҙың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ була.