Рим Рәхимов «Операнан йырға тиклем» проекты менән таныштыра

Рим Рәхимов «Операнан йырға тиклем» проекты менән таныштыра

20 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының кесе залы «Операнан йырға тиклем» проектына саҡыра. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, «Башҡорт йыры» конкурсының телевизион фестивале еңеүсеһе Рим Рәхимовтың был тәүге концерты.

Кисәнең программаһы тамашасыларҙы сағыу опера йыры, романс һәм яратҡан йырҙар мөхитенә алып китә. Концертта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Артур Кәйепҡолов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әлим Кәйүмов, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм Алина Латипова ҡатнашасаҡ.

Программала В.А. Моцарт, Г. Доницетти, Ж. Массне, С. Рахманинов, П. Чайковский, Г. Свиридов, К. Листов, Л. Малашкин, Р. Хәсәнов, У. Мөхәмәтйәров һ.б. әҫәрҙәре яңғырай.

Билеттарҙы һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.

Пушкин картаһын ҡулланырға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb