Роман Пожидаевтың "Саптар" фильмы Санкт-Петербургта уҙған "Action" кинофестивале лауреаты булды. Картина "Иң яҡшы уйын фильмы" номинацияһында беренсе урынды яуланы.
"Саптар" ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм башҡорт шағиры Хәниф Кәримдең 110 йыллығына арналған. Роман Пожидаев - билдәле әҙиптең ейәне. Фильм шағир-фронтовик тормошонан ысын булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән, шағирҙың хәтирәләре буйынса төшөрөлгән. Картина 1941 йылдың ҡышында Мәскәү оборонаһында разведчиктарҙың батырлығы хаҡында бәйән итә.
Лейтенант Хәниф Кәримовтың ролен актер Илсур Ҡаҙаҡбаев башҡара.
"Саптар" фильмының премьераһы 2020 йылдың ноябрендә Хәрби разведчиктар көнө алдынан үтте.