Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры донъяның 45 телендә донъя күрҙе

Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры донъяның 45 телендә донъя күрҙе

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу киң билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шағирҙың «Туған тел» шиғырын донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы. 

Был проектҡа Рәсәй һәм донъя төбәктәренән 54 автор — халыҡ шағирҙары, Әҙәби берекмә ағзалары, тәржемәселәр ҡушылды. Шиғыр 45 телдә: рус, авар, нуғай, украин, итальян, белорус, ҡумыҡ, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә донъя күрҙе.

Тәржемәләрен үҙҙәренең милли баҫмаларында баҫтырып өлгөргән балалар яҙыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Улар — «Тангчолпан» ҡумыҡ журналы, тәржемә авторы һәм баш мөхәррир Супиянат Мамаева, «Лачин» дарғын журналы, тәржемә авторы һәм баш мөхәррир Әминәт Абдулманапова.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡорт шиғыры әҙәби телдә генә түгел, башҡорт теле диалекттарында ла бирелгән.

Рәми Ғарипов — талантлы шағир булыу менән бергә оҫта тәржемәсе лә. Донъяла танылған 50-нән ашыу авторҙың шиғри әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән.

Проект авторҙары — Лариса Абдуллина (Башҡортостан Республикаһы) һәм Светлана Быкова (Беларусь Республикаһы), рәссам — шағирҙың улы Азамат Ғарипов, дизайнер — Анатолий Корнеев.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb