Салауат дәүләт башҡорт драма театры 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған «Еңеү юлдары» халыҡ-ара театр онлайн-марафоны лауреаты булды. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль «Теманы тәрән итеп асҡан өсөн» махсус призын алды.
Сараны ойоштороусылар — А.Н. Островский исемендәге Димитровград театры. 9 майҙан 11-енә тиклем Димитровград театры сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн-трансляция барҙы. Бөйөк Еңеү көнө айҡанды 28 ҡаланан ижади коллектвтар үҙҙәренең иң яҡшы эштәрен күрһәтте: спектаклдәр, музыкаль номерҙар, проза һәм һуғыш йылдары шиғриәте. Программала бөтәһе 36 сығыш булды.
Салауат театры был марафонда беренсе тапҡыр ҡатнашты. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса спекталдең режиссеры — Ринат Әйүпов (Ҡазан), рәссамы — Зилиә Ҡансурина, композиторы — Илшат Яхин, хореографы — Сулпан Асҡарова. Спектакль 2019 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.