Салауат башҡорт драма театрына - 90 йәш!

Салауат башҡорт драма театрына - 90 йәш!

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ла 1933-сө йылда башҡорт телен һәйбәт белгән рус ҡыҙы Елизавета Сыртланова-Шляхтина ярҙамында Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында ижад донъяһына аяҡ баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ир артистар фронтҡа китәләр, ә ҡалған 7 ҡыҙ театрға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирәләр һәм был антҡа тоғро ҡалалар. Улар: Гөлсөм Мирғәсимова, Зәкиә Әхмәрова, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Ғәзизә Насырова, Нәҡиә Алтынбәкова, Нәғимә Дәүләтшина, Айһылыу Ғәниева. Ошо ете актриса үгеҙҙәргә декорациялар тейәп, халыҡ араһында сығыш яһап йөрөйҙәр, еңеүҙе яҡынайтыуға рухи көс биреп театрҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡалалар. 1956 йылда коллектив Салауат ҡалаһына күсә. Ҡала театры статусы алһа ла, был сәнғәт усағының махсус стационар бинаһы 1992 йылға тиклем булмай. Әлбиттә, ул ижади эште тотҡарлай. Тик директор булып Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Шәрип улы Яппаров килгәс, техник-материаль базаһы нығына башлай, театрҙың үҙ бинаһы барлыҡҡа килә. 1963 йылда баш режиссер булып Вәзих Кашап улы Сәйфуллин килә һәм 25 йыллыҡ ғүмерен ошо коллективҡа бағышлай. 1998-2014 йылдарҙа Салауат башҡорт драма театрын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы етәкләй. Ул эшләгән осорҙа театр Мәскәү, Ырымбур, Ҡазан, Силәбе, Үзбәкстан, Ҡазахстан һәм Рәсәйҙең күп кенә башҡа ҡалаларына сығыш яһап дан ҡаҙана. 1993 йылда Салауатта республика кимәлендә "Театр яҙы" фестивале ойошторола һәм тап ошонан һуң артабанғы үҫешен ала. Шулай уҡ театр коллективы юғары кимәлдә ҡуйылған спектаклдәре менән бик күп республика һәм халыҡ-ара фестивалдәрендә ҡатнашып юғары баһа алалар. Театр тарихында тағы бер күркәм традиция бар – даими рәүештә 1993 йылдан башлап "Йыл актеры" билдәләнә. Был премияны ойоштороусы Салауат ҡалаһының шәхси эшҡыуары - Салауат Гәрәбәй улы Исхаҡов. 2014 йылдан алып Салауат театры эргәһендә “Арлекин” өлгөлө балалар студияһы уңышлы эшләп килә. Ошо арала улар ҡуйған спектаклдәре менән бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, беренсе урындарҙы яулап, республика кимәлендә генә түгел, сит илдәргә лә билдәле булып өлгөрҙөләр. Театр ойошторолоуҙың 75 йыллыҡ юбилейына арнап мәшһүр драматург Нәжиб Асанбаев театрҙың тарихы хаҡында "Ете ҡыҙ" исемле махсус пьеса яҙа. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры - Айрат Әбушахманов. Ошо ете ҡыҙҙың гражданлыҡ ҡаһарманлығын мәңгелләштереү өсөн 80 йыллыҡ юбилей тантанаһы ваҡытында, театр алдында "Ете ҡыҙ" мемориаль ташы асыла. Салауат театры – республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла киң танылыу яулаған һәм абруй ҡаҙанған ижади коллектив. Театрҙың үҙ традициялары, үҙенә генә хас сәхнә алымдары, тамашасылар менән эшләү серҙәре бар. Шуға күрә халыҡ уны ярата, спектаклдәренә ихлас йөрөй, үҙ итә. Бөгөнгө көндә театр Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов етәкселегендә гөрләп эшләй, тамашасыларҙы яңынан-яңы спектаклдәр, проекттар менән шатландыра һәм үҙенең апрель айында уҙғарыласаҡ 90й әшлек юбилей тантанаһына әҙерлек эштәре алып бара.

Салауат башҡорт драма театрына - 90 йәш!
Салауат башҡорт драма театрына - 90 йәш!
Салауат башҡорт драма театрына - 90 йәш!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb