Салауат башҡорт дәүләт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эш башланы

Салауат башҡорт дәүләт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эш башланы

Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” әҫәре буйынса эш башланы. Инсценировканың авторы - филологик фәндәр кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова. Ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. 

Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Премьера октябрь айына тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb