Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфөгә килә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфөгә килә

6 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Сәрүәр Сурианың "АБАУ, ДИМСЕ КИЛӘ!" музыкаль комедияһын тәҡдим итәсәк. 

Ҡуйыусы режиссеры - Зиннур Сөләймәнов, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова, рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов һәм композиторы Илсаф Вәдүтов. Ҡуйылған әҫәр музыкаль комедия һаналһа ла, унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары сағылдырыла. Режиссерҙың таланты шунда ла: ул тамашасыға тормошобоҙҙағы һәр кемде борсоған проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ауыр хәлдән сығыу юлдары булыуын да иҫкәртә.

Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша, улар йәнен-тәнен биреп ихлас уйнайҙар. 

Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.

Спектакль киске сәғәт етелә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb