Бөгөн Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы оҙон юлға сыҡты. Ул Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үтәсәк "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнаша.
16 сентябрҙә салауаттар Х.Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә А. Житковскийҙың "Һырғалаҡ" спектаклен күрһәтәсәк. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.