Салауат драма театры Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса спектакль әҙерләй

Салауат драма театры Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса спектакль әҙерләй

9 март Салауат дәүләт башҡорт драма театрында "Тоғролоҡ" әҫәренең премьераһы көтөлә. 

Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһенә Зөһрә Бураҡаева инсценировка яҙҙы, Лиана Ниғмәтуллина уны сәхнәләштерҙе.

Төп героиняны, Нәфисә ролен, өс актриса башҡарасаҡ. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Минзилә Ҡотошева. Премьера көндө Наҙгөл Иҫәнбаева уйнаясаҡ.

Шулай уҡ ролдәрҙе башҡарыусылар:

Иҙрис – Юнир Мансуров, Радмир Дәүләтбаев, Рәсүл – Әмир Үтәбаев, Сара инәй – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина, Хәсән ҡарт – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, күмәк сәхнәләрҙә - Лилиә Байгилдина, Элвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Халикова һәм Гөлфинә Ибәтуллина.

"Йәш режиссер Лиана Ниғмәтуллинаның эксперименталь алымдары тамашасылар өмөтөн уҙып китергә вәғәҙә итә. Иң мөһиме - тәрән кисерештәр һәм уйланыуҙар уятыр", - тип белдерәләр театрҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb