Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90-йыллыҡ юбилей миҙгеленә аяҡ баҫты. Тамашасы иғтибарына үткән миҙгелдең премьераһы - Мөнир Ҡунафиндың “Тоғролоҡ” драмаһы тәҡдим ителде. Режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина.
Спектакль алдынан театрҙы һуғыш йылдарында ябылыуҙан һаҡлап алып ҡалған ете ҡыҙҙы иҫкә алып, "Ете ҡыҙ" мемориаль ташына сәскәләр һалынды. Һуңынан тамашасылар тулы зал менән "Тоғролоҡ" спектаклен ҡаранылар.