Салауат картиналар галереяһында “Үҙебеҙҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһе асыла

Салауат картиналар галереяһында “Үҙебеҙҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһе асыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” милли проекты буйынса граждандарға мәҙәни ҡиммәттәр менән киң танышыу, уларҙан файҙаланыу мөмкинлеге бирелә.

Салауат картиналар галереяһы ҡаланың 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Һөнәри белемде модернизациялау, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналған “Үҙебеҙҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһен килеп күрергә саҡыра. Унда һынлы сәнғәттең төрлө жанрҙары - сюжетлы композициялар, портреттар, пейзаждар тәҡдим ителә. Картиналар рәссамдар тарафынан туранан-тура, Салауаттағы предприятиеларҙа - “Салауатбыяла”, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәттәрендә, Сәнәғәт тимер юл транспорты предприятиеһында, Трамвай идаралығында төшөрөлгән.

Картиналар галереяһында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларындағы авторҙарҙың эш көндәре, ябай эшсенең көнкүреше кеүек мөһим темаға арналған әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәне асыу тантанаһы 9 июндә киске сәғәт 5-тә уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb