Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағында комиссияның беренсе ултырышы үтте. Сарала 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияларын биреү мәсьәләһе ҡаралды.
Комиссия ағзалары беренсе этапты үткән конкурсанттарҙы билдәләне. Ғәҙәттә, уны "документтар конкурсы" тип атайҙар, сөнки ҡайһы бер ғаризалар билдәләнгән ҡағиҙәләрҙең формаль талаптарына яуап бирмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла ғаризаларҙың барыһы ла был этапты үтә алманы, һөҙөмтәлә ике конкурсант уҙыштан сыҡты.
Артабан, 8 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем, йәмәғәт тыңлауҙары этабы үтә. Премияға тәҡдим ителгән әҫәрҙәр йәмғиәткә билдәле һәм таныш булырға, йәмәғәт әһәмиәтенә эйә булырға тейеш.
2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр:
1. Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы "Тимер быуат", "Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр", "Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар" тигән йыйынтыҡтары өсөн.
2. Бәширов Йәдкәр Әхәт улы "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш", "Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтар: этник тамырҙар, формалашыу һәм үҫеш", "Боронғо башҡорттар. Тарихи мәғлүмәттәр", "Ҡол Ғәле һәм башҡорт халҡы мәҙәниәте тураһында", "Башҡорт хан. Урта быуат хандары" тигән китаптары өсөн.
3. Ғәлимов Флүр Миңшәриф улы "Генерал Шайморатов" тип аталған тарихи романы өсөн.
4. Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы “Йөрәк һүҙе” проекты өсөн.
5. Әлибаев Рөстәм Илдар улы, Аҡтуғанов Илфат Рәүеф улы, Тажетдинова Гөлфиә Нур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы экспозицияһы проекты өсөн.
6. Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы, Ғатауллин Урал Миңнизар улы, Арыҫланова Әлфиә Басир ҡыҙы илдең күренекле шәхестәре тураһындағы "Минең исемем — Салауат", "Һайланған яҙмыш" документаль фильмдар серияһы өсөн.
7. Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, Кәбиров Артур Зиннур улы, Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы "Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк" пьесаһы өсөн.
8. Нәзиуллин Артур Искәндәр улы, Крюков Дмитрий Сергеевич "Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре" проекты өсөн.