Сермәндә Ҡатай йәштәре йыйылды

Сермәндә Ҡатай йәштәре йыйылды

Белорет районының Сермән ауылында Ҡатай ырыуы йәштәренең Х йыйыны үтте. Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылдарына арнап ойошторолдо. Бында республиканың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ҡатайҙар йыйылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатайҙарҙың күпселеге Белорет районында йәшәй. 

Йыйын «Ҡатай һылыуы» конкурсынан башланып китте. Бәйгелә ырыу вәкилдәре йәшәгән төрлө төбәктәрҙән егермегә яҡын ҡыҙ ҡатнашыу теләге белдергән. Жюри ағзалары уларҙың тышҡы һылыулығын ғына түгел, эске матурлығын, хужабикә оҫталығын, үҙ ырыуы тарихын белеүҙәрен дә баһаланы.Йыйын барышында Ҡатай улусы старшинаһы Ғимран Нуховҡа таҡтаташ асылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориалға сәскәләр һалынды.

Артабан саралар төп майҙанда — Сермән ауылы эргәһендәге яланда барҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb