Шағирә Гөлназ Ҡотоева "Ҡот тамғаһы" китабының исем туйына саҡыра

Шағирә Гөлназ Ҡотоева "Ҡот тамғаһы" китабының исем туйына саҡыра

18 ноябрҙә Өфөлә БР-ҙың З. Вәлиди исемендәге Милли китапханһында шағирә Гөлназ Ҡотоеваның «Ҡот тамғаһы» тигән йыйынтығының исем туйы уҙа.

Яңы йыйынтың - шағирәнең алтынсы китабы. Йыйынтыҡта ул ырыу тарихы аша башҡорт халҡының яҙмышы хаҡындағы фәлсәфәүи уйҙарға этәрә. Китапта «Ғүмер ҡәҙере» хәссиәтнамәһе, «Ҡот тамғаһы» поэмаһы, шулай уҡ «Бирелгәндер ғүмер бүләк итеп» һәм «Үткәндәргә һалынған үрт» бүлектәренә ингән өр-яңы шиғырҙар тупланған.

Исем туйына БР Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаевтың килеүе көтөлә. Тағы ла ижади осрашыуҙа яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм артистар ҡатнаша.

Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-cе йорт,3- сө ҡат.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb