Сибай дәүләт башҡорт драма театрының Баныу Ҡаһарманова пьесаһы буйынса ҡуйылған «Действующие лица» халыҡ-ара конкурсы исемлегенә ингән.
Халыҡ-ара хәҙерге рус телле драматургия конкурсын Мәскәүҙең абруйлы пьеса мәктәбе ойоштора. Бәйгегә йәмғеһе 368 әҫәр килгән, шуларҙың егерме һигеҙе генә оҙон исемлеккә һайлап алынған. Артабан ГИТИС-тың буласаҡ режиссерҙары 10 еңеүсене билдәләйәсәк, йылдағыса һөҙөмтәләр Яңы йыл алдынан иғлан ителер тип көтөлә. Ә драматургтар лабораторияһы киләһе йылда апрелдә уҙа.