Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған баш ҡала марафоны барышында Черниковка биҫтәһендә «Шағир көндәлеге» фильмы күрһәтелде. 18 ноябрҙә Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 12) кинотаҫманың режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Йосопов менән дә аралашырға мөмкин булды.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе фильмды ошонда уҡ, Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгендә, 21 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡарарға мөмкин.
Шулай уҡ 21 ноябрҙә Һупайлы биҫтәһе халҡы ла ошондай ижади осрашыуға бара аласаҡ. Саралар Йәш тамашасы театрында (Гагарин урамы, 16/2) көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәҙәни-танып белеү акцияһы Өфөлә 1 ноябрҙә башланды. Уның сиктәрендә баш ҡаланың төрлө өлөштәрендә йәшәүселәр премьера фильмын ҡарай һәм режиссер-ҡуйыусы төркөм һәм кинокартинаның актерҙар составы менән аралаша ала.
Билеттарҙы «Пушкин картаһы» буйынса ла, ҡулаҡса менән дә алырға мөмкин.
Белешмә өсөн:
«Шағир көндәлеге» (12+) фильмы Башҡортостан Башлығы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында төшөрөлдө.