11 марттан 15 апрелгә тиклем «Урал аръяғы» күп функциялы үҙәгендә һәм Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Улар тыуған төйәгенә һәм Сибайға дан йырланы» тигән фотокүргәҙмә эшләйәсәк. Күргәҙмә Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Зөһрә Фәйзуллина менән Юлай Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.
Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә ойошторола. Ойоштороусыһы - Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
Зөһрә Фәйзуллина (29.7.1946 - 27.10.2020) - билдәле педагог, шағирә, үҙешмәкәр композитор, драматург, Яҙыусылар союзы, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы. Уның 30 йылдан ашыу ғүмере Сибай ҡалаһы менән бәйле була. Ул бында үҙенең күп яҡлы талантын аса: мәктәп-интернатта, Сибай педагогия колледжында уҡытыусы булып эшләй, 1996-2001 йылдарҙа “Атайсал” төбәк-ара гәзите мөхәррире була, һуңынан “Сулпан” Сибай балалар театрының әҙәби бүлегенә етәкселек итә (2001 - 2012 йылдарҙа). Зөһрә Хәҙит ҡыҙы - республика кимәлендәге саралар өсөн күп һанлы йырҙар, пьесалар йыйынтығы, сценарийҙар һәм аудиодисктар авторы. Ул «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Юлай Моратов (21.05.1949 - 4.12.2014) - РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагог, йырсы-композитор. Ул Сибай мәктәп-интернатында, Сибай педагогия колледжында белем бирҙе. Республика йәмәғәтселегенә спектаклдәргә көйҙәр һәм 200-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Йырҙарын башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары, шул иҫәптән Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин башҡара.
Белешмә өсөн телефон: 8 (34775) 5-53-07.