Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 19 сентябрҙә үҙенең 92-се ижад миҙгелен асты. Тамашасылар хөкөмөнә театр был көндө Я. Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым...” мелодрамаһын тәҡдим ителде.
Быйылғы миҙгелдең тәүге премьераһы - Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы. Әҫәрҙе сәхнәгә режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов сәхнәләштерә. Тамашасылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан был драма Сибай театры сәхнәһендә беренсе тапҡыр 2001 йылдың декабрендә ҡуйылғайны. Бөгөн дә үҙ актуаллеген юғалтмаған был әҫәр ҡабат театр сәхнәһенә ҡайтырға хаҡлы. Әҫәрҙә атай һәм ул араһындағы мөнәсәбәттәр, эшһеҙлек һәм наркомания кеүек проблемалар үҙәк урынды биләп тора. Тап ошо әҫәрҙә тамашасылар “Нимә ул ысын мөхәббәт?” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре нимә ул?” тигән мәңгелек һорауҙарға яуап табыр, тигән ышаныста театр коллективы.
Сентябрь айында театр Ханты-Манси автономиялы округы – Юграға оҙайлы гастролдәргә сығасаҡ. 26 сентябрҙән 2 октябргә хәтлем Федоровский ҡасабаһында, Лангепас, Нефтеюганск, Когалым, Түбәнге Варта, Сорғот, Лянтор ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса Наил Ғәйетбай инсценировкаһындағы “Тау артында ниҙәр бар?” кеше һәм заман тураһында хикәйәтте ҡарай аласаҡ.
Был миҙгелдә театр сәхнәһендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттарының сығышы ла көтөлә. “Ауыл уҡытыусыһы” тип аталған документаль драма (вербатим) уҡытыусылар тормошоноң ысынбарлығы хаҡында бәйән итәсәк. Яҙмышын мәктәп тормошо менән бәйләгән һәр кем студенттар сәхнәлә сағылдырған образдарҙа үҙҙәрен дә таныр, моғайын. Ә киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға уйлаған тамашасы иһә, беҙҙең йәмғиәттә был һөнәрҙең ни тиклем кәрәкле икәнен аңлар.
Бынан тыш, октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Һағыштарым тулы ғазаптарым...” мелодрамаһы һәм Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем! лирик комедияһы менән Өфө тамашасыларын ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, театр күрше Татарстан Республикаһы тамашасылары менән дә осрашмаҡсы.
2022 йылдың аҙағында иһә бәләкәс тамашасыларға ҙур бүләк әҙерләнә - балалар өсөн сағыу тамаша көтөлә. Ғөмүмән, был миҙгел премьераларға бик бай булмаҡсы.
Сибай театрының тағы ла бер яңылығы – ул да булһа, был миҙгелдә билдәле режиссер Булат Йосоповтың командаһы театрҙа өр-яңы проект башлаясаҡ.
Театр үҙенең 92-се миҙгелендә тағы ла бер тарихи битте асасаҡ - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин Сибай сәхнәһендә үҙҙәренең ярты быуатлыҡ хеҙмәтен - сәхнәләге 50 йыллыҡ юбилейҙарын ҡаршылаясаҡтар. Әйтергә кәрәк, бындай бай һәм күп йыллыҡ ижади дәүерҙе ҡаршылаған актерҙар республика театрҙары араһында бары өсәү генә һәм уларҙың икәүһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында хеҙмәт итә. Йәнә лә Риф Ғәле улы был миҙгелде юғары исем - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы дәрәжәһендә башлаясаҡ. Театрҙың уңыштары хаҡында һөйләгәндә, Салауат Вәлиев менән Резида Сәфиуллина уҙған осорҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме, ә Венер Сөнәғәтов Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булыуҙарын да әйтеп үтергә кәрәк.
Шулай уҡ коллектив был миҙгелдә яңы актерҙар менән дә тулыланды. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған Юлиә Солтангәрәева, Айгөл Ғөбәйҙуллина һәм Юлиә Иҫәндәүләтова театрҙа эш башланылар.
Гөлсәсәк Саламатова
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби - драматик бүлеге етәксеһе