Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша

Ошо көндәрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балалар ҡунаҡҡа килде. "Тәмле Яңы йыл " ды беренселәрҙән булып улар тәмләп ҡараны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Аҡ айыу балаһы менән бәләкәй Пингвиндар залдағы матур балаларға хайран ҡалдылар: үҙҙәре отҡор, үҙҙәре шаян, үҙҙәре ярҙамсыл булып сыҡтылар. Хатта Оло бүре лә ундай балаларҙы күреп башҡаса яуызлыҡ ҡылмаҫҡа һүҙ бирҙе.

Тамашаның авторы - Тәнзилә Ғилманова, ҡуйыусы режиссер – Вадим Ғилманов, ҡуйыусы рәссам – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, костюмдар буйынса рәссам – Ләйсән Ғарипова, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Рәмил Әминев, бейеү хәрәкәттәрен ҡуйыусы – Залина Усманова. 

Ролдәрҙә Юлиә Иҫәндәүләтова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова һәм Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Ғөбәйҙуллина, Морат Амантаев, Нәфис Сәйетов, Юлиә Солтангәрәева ҡатнаша. 

Театрҙың барлыҡ ижади коллективын сираттағы премьера менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн яңы тамаша

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb