Сибай филармонияһының яңыртылған бинаһы сентябрҙә тапшырыласаҡ

Сибай филармонияһының яңыртылған бинаһы сентябрҙә тапшырыласаҡ

2015 йылдың көҙөндә Сибай филармонияһы бик ныҡ янғайны. Бина 1957 йылда ампир стилендә төҙөлгән һәм унда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы урынлашҡан булған. Ә 1993 йылда Сибайҙа филармония ойошторолоп, уға ошо бина бирелгән.

Харабаларҙы барып күргән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уникаль бинаны тергеҙергә ҡарар сығара. Хәҙер реконструкция тамамланып килә, сентябрҙә ул асыласаҡ. Был ҡыуанысты Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән. Янғындан һуң бина ҡабаттан тиерлек төҙөлгән, тамаша залы ҙурайтылған, унда хәҙер 500 кеше һыя.

“Иң мөһиме, – тип яҙа республика етәксеһе, – филармонияның уникаль архитектура күренешен һаҡлап ҡалдыҡ. Яңы корпус та һалдыҡ, ихатаһын төҙөкләндерҙек”.

Ғөмүмән, заманса сәхнә, һәйбәт яңғыраш юғары кимәлдә концерттар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Сибай филармонияһының яңыртылған бинаһы сентябрҙә тапшырыласаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb