Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан Республикаһы ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға.
Тамашасылар өсөн бейеүҙәрҙән торған уникаль концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.
Концерт программаһының режиссеры һәм балетмейстеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы тип иғлан итте. «Мәҙәниәт - киләсәк образы» концепцияһын тормошҡа ашырыу өсөн программаға 60-70-се йылдарҙа йыш башҡарылған бейеүҙәр, йырҙар һәм уйындар индерелгән. Ул заман костюмдары, музыка, сәхнә кәүҙәләнеше аша һағыш тойғоһо хәҙерге заман профессиональ эшкәртеүендә сәхнәгә кире ҡайта. Программа халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын башҡарыу менән оҙатыла.