Сибай театр-концерт берекмәһе 4 март көнө А.Мөбәрәков исемендәге театр сәхнәһендә “Яҙ килеүен һиңә ҡарап беләм” тип аталған яҙғы тамаша уҙғарҙы. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды был матур кисә.
Сибай концерт-театр берекмәһенең ир-азаматтары үҙҙәренең дәртле йырҙары менән ихлас юмор аша ҡатын-ҡыҙҙарға яҙ һулышын яҡынайтты, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре тамашасылар күңелен елкендерҙе.