2 декабрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Талха Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса Наил Ғәйетбаев эшкәртеүендәге инсценировкаға таянып, “Тау артында ниҙәр бар?” спектаклен сәхнәгә сығарҙы.
Ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, режиссер ассистенты - Вадим Ғилманов, ҡуйыусы рәссам– Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, пластик яҡтан ҡуйыусы - Роберт Йылҡыбаев, музыкаль яҡтан биҙәүселәр – Азат Нәҙерғолов һәм Рәмил Әминев.
Спектакль оло йәштәге Тәлғәттең (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов) үҙ тормошон һөйләүенә ҡоролған. Йәш Тәлғәтте драма артисы Морат Амантаев уйнай. Ролдәрҙә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин; артистар Салауат Вәлиев, Вадим Ғилманов, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Илгиз Әбдрәшитов, Резеда Сәфиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хәфизова, сәнғәт колледжы студенттары Артур Таджединов, Ишморат Моратов. Яңыраҡ ҡына коллективҡа ҡушылған йәш актриса Яҙгөл Халисова өсөн был спектакль тәүге сынығыу булды.
Спектакль геройы үҙ тормошонда бер нисә тауҙы артыла. Тик янындағы бәхетен күрмәй. Иртә етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, 17 йәшендә генә фронтҡа эләккән Тәлғәт йәштән осратҡан Әлфиәнең һөйөүен ҡәҙерләмәй. Әйтелмәй ҡалған "яратам" һүҙе ғүмерлек үкенес булып ҡала. Ғүмәмән, спектакль һөйгәндәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Яҡын арала премьера спектаклен 17 декабрҙә Сибай театры сәхнәһендә күрергә мөмкин.