А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында бер аҙна дауамында Т.Килмөхәмәтовтың пьесаһы буйынса "Бәхет"спектакле (режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев) көндөҙ күрһәтелде. Уны Сибай ҡалаһының белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡараны.
Уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре театрҙа тәүгә булып, күргәндәренән таң ҡалып, уны күп тапҡыр ҡарарға вәғәҙә итте. Күптәр спектаклдең төп темаһын - тормошто юғары баһалауҙы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙы, ниндәй шарттарҙа ла бирешмәҫкә, иң мөһиме, ата-әсәләргә ғүмер бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Класс етәкселәре һәм кураторҙары теләге буйынса театрҙың сәхнә арты буйынса экскурсиялар ойошторолдо. Балалар спектакль эшләү процесы менән танышты, сәхнәлә, гример, кейем тегеү, реквизитлы цехтарҙа булды, спектакль ваҡытында нисек яҡтылыҡ һәм музыка менән тәьмин ителеүен, тәржемәсе ҡайҙа ултырыуын күрҙе.
Спектаклдәргә йөрөүҙе ойоштороу алдынан театр вәкилдәре белем биреү учреждениеларында булды һәм уҡытыусыларға Пушкин картаһының өҫтөнлөктәре, йәштәрҙе мәҙәниәткә йәлеп итеү проектына старт биреп, дәүләттең ниндәй мөһим ярҙам күрһәтеүе хаҡында һөйләне. Театр етәкселеге ҡала мәктәптәре етәкселәренә, класс етәкселәренә һәм ата-әсәләргә бындай ҙур башланғыста ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.