Сибай ҡала музейында Луганск фоторәссамдарының «Һигеҙ йыл һуғыш һәм тыныслыҡ» күргәҙмәһе асылды

Сибай ҡала музейында Луганск фоторәссамдарының «Һигеҙ йыл һуғыш һәм тыныслыҡ» күргәҙмәһе асылды

Сибай ҡала музейында «Ҡаһарман Донбасс» мәҙәни проекты сиктәрендә Луганск фоторәссамдарының « Һигеҙ йыл һуғыш һәм тыныслыҡ » күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәлә Луганск Халыҡ Республикаһы тормошон сағылдырған 28 эш тәҡдим ителгән: Украинаның ҡораллы көстәренең һөжүменән һуң төшөрөлгән кадрҙар, тыныс тормош күренештәре, республика тарихындағы әһәмиәтле ваҡиғалар һәм инфраструктураны тергеҙеү.

Ҡҡунаҡтарҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова һәм Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы Радмир Ҡаҙнабаев сәләмләне. Сараны асыу тантанаһында "Хәрби туғанлыҡ" патриотик йәмәғәт ойошмаһы, "Сибай ҡалаһы Хәрби-диңгеҙ флоты берҙәмлеге" моряктар һәм диңгеҙ пехотасылар берлеге һәм Сибай ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар советы етәкселәре, Луганск өлкәһе Лутугинск районының Георгиевка ҡасабаһы вәкилдәре Т.А. Миролюбова һәм К.С. Окишан балалары менән, шулай уҡ Сибай күп профилле колледжы студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

Беҙҙең өсөн март - иҫтәлекле ай. 8 йыл элек, 18 мартта, Рәсәй президенты В.В. Путин һәм Ҡырым менән Севастополь ҡалаһы етәкселеге Рәсәй составына инеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында, баш ҡалабыҙҙа митинг-концерттар, акциялар үтте.

80 йыл элек, 22 мартта, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хәрби байраҡ тапшырыла, һәм беҙҙең яугирҙәр Ватанды немец-фашист илбаҫарҙарынан яҡларға юллана. Яҙмыш шулай ҡушҡан: олатайҙарыбыҙ 1943 йылда Луганск ерендә, Донбаста Ватандың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлағандар араһында булған.

Татьяна Миролюбова сарала ҡатнашыусыларға 2014-2015 йылдарҙағы Чернухинск -Дебальцевск операцияһының фажиғәһен һәм эҙемтәләрен һөйләне, ул саҡта уға 14 йәш була. Һуңынан беҙҙең яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Күргәҙмә барышында "Берҙәм Рәсәй" башланғысы менән ойошторолған "Һалдатҡа хат" акцияһы үтте, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша алды.

Күргәҙмә 31 майға тиклем эшләйәсәк..

Сибай ҡала музейында Луганск фоторәссамдарының «Һигеҙ йыл һуғыш һәм тыныслыҡ» күргәҙмәһе асылды
Сибай ҡала музейында Луганск фоторәссамдарының «Һигеҙ йыл һуғыш һәм тыныслыҡ» күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb