Сибайҙа Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһе буласаҡ

Сибайҙа Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһе буласаҡ

Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән, ҡаланың мәҙәни үҫешенә күп көс һалған яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ның Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, композитор Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторола.

Сара 12 мартта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында үтәсәк.

Кисәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Лина Ғәниева һәм Альберт Салауатов, билдәле эстрада йырсыһы Сәйет Билалов, Әбйәлил районынан ике төркөм - "Ҡайтам әле әбйәлилгә" , "Әбйәлилдең йәштәре" һәм, әлбиттә, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb