Сибайҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы

Сибайҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы

2022 йылдың 4 февралендә Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы, унда Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондарынан, Күмертау һәм Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 18 ғаилә ҡатнашты.

Конкурстың зона этабы йомғаҡтары буйынса «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Конкурс дистанциялы форматта уҙҙы.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона турында еңеүселәр:

«Ғаилә ижады» номинацияһында:

1-се урын - Халиҡовтар ғаиләһе (Баймаҡ районы);

2-се урын - Ғарифуллиндар (Бөрйән районы) һәм Илмөхәмәтовтар (Күгәрсен районы);

3-сө урын - Мәмбәтовтар ғаиләһе (Хәйбулла районы), Ҡотлоғужиндар ғаиләһе (Баймаҡ ҡалаһы) һәм Мәмбәтовтар ғаиләһе (Ырымбур өлкәһе, Пушкин ҡасабаһының Красногвардейский районы);

«Ғаилә һөнәре» номинацияһында:

1-се урын - Хөснуллиндар ғаиләһе (Юлдыбай ауылы);

2-се урын - Аҙнабаевтар (Ейәнсура районы);

3-сө урын - Юнысовтар (Хәйбулла районы) һәм Моталлаповтар ғаиләһе (Йылайыр районы);

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында:

1-се урын - Хәсәновтар ғаиләһе (Сибай ҡалаһы).

Зона этабында еңеүселәрҙе киләһе тур - республика кимәле көтә.

Конкурстың финалы - йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2022 йылдың 1 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb