Сибайҙағы «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакленең премьераһы үтте

Сибайҙағы «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакленең премьераһы үтте

Бөгөн Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» балалар театрында Шапи Казиевтың «Насретдиндың алтын ишәге» әкиәте буйынса яңы спектаклдең премьераһы уҙҙы.

Барыһына ла билдәле Хужа Насретдин (Илнур Сәфәров) кәләшен - бик сибәр Фатиманы (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Исламғолова) тотҡонлоҡтан ҡотҡара һәм ғәҙеллек өсөн көрәштә еңә.

«Насретдиндың алтын ишәге» спектакле - изгелек яуызлыҡты еңгә торған тылсымлы әкиәт донъяһы ул.

Спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» - «Театрҙар - балаларға» проекты сиктәрендә ҡуйылды. Ижади төркөмгә ситтән саҡырлған белгестәр ингән: спектаклдең ҡуйыусы режиссеры –  Булат Хәйбуллин, ҡуйыусы рәссамы – Карина Имамова, балетмейстеры – Алина Мостаева.

Сибайҙағы «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакленең премьераһы үтте
Сибайҙағы «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакленең премьераһы үтте
Сибайҙағы «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакленең премьераһы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb