Күренекле шәхес Кәрим Хәкимовҡа һәйкәлде Өфө ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге паркында, Совет һәм Туҡай урамдары киҫелеше янында ҡуйыу күҙаллана. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2022 йылдың 4 апреленә тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47. Положение менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Рәссамдар союзы» төбәк ойошмаһы сайтында танышырға мөмкин.