Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапхана-филиалында виртуаль концерт залы асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапхана-филиалында виртуаль концерт залы асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапхана-филиалда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, виртуаль концерт залы асылды. Был майҙансыҡта теләге булған һәр кем сәнғәт әҫәрҙәре менән таныша, реаль ваҡыт тәртибендә төп артистарҙың һәм коллективтарҙың концертын ҡарай ала.

– Ошондай проекттар территориаль кәртәләрҙе емереп, мәҙәниәт офоҡтарын киңәйтә, берҙәм мәҙәни киңлек төҙөргә мөмкинлек бирә. Стәрлетамаҡта был майҙансыҡ берҙән-бер түгел, ике йыл элек театр-концерт берекмәһендә лә виртуаль концерт залы асылғайны, – тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Китапхана залы классик музыка концерттарын сифатлы итеп тапшырыу өсөн заманса техника менән йыһазландырылған. Ноутбук, телевизор, тауыш ҡорамалдары һатып алынған. Залға косметик ремонт яһалған. Заманса мультимедиалы ҡулайламалар һәм юғары тиҙлекле интернет тамашасыларға илдең иң яҡшы концерт майҙансыҡтарына сәйәхәт итеү генә түгел, шулай уҡ урындағы ижади коллективтарҙың концерттарын туранан-тура ҡарау мөмкинлеген бирә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапхана-филиалында виртуаль концерт залы асылды
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапхана-филиалында виртуаль концерт залы асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb