Кисә, 16 сентябрҙә, Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә бағышланған мәҙәни үҙәк асылды. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
Үҙәкте асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, БР Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Файзрахман Исмәғилев, кинорежиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әмир Тойғонов ҡатнашты.
Ҡунаҡтар музей баҡсаһында ағас ултыртты, экспонаттарҙы, районыбыҙҙың ағинәйҙәренең сығыштарын ҡараны, "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты. Уны Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы Вельмир Хайбрахман улы Аҙнаев алып барҙы. Һөйләшеү барышында музейҙың артабанғы үҫеш планы ҡаралды, резолюция ҡабул ителде, маҡсаттар ҡуйылды.
Үткәнде һәм киләсәкте тоташтырыусы был күпер артабан Юрматы ырыуының ғына түгел, ә бөтә республиканың ғорурлығы булыр, тигән ышаныс белдерә стәрлетамаҡтар.