Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде

Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде

6 октябрҙә Стәрлетамаҡта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына башҡорт театр эшмәкәре Илшат Йомағоловтың исемен биреү тантанаһы уҙҙы.

Илшат Йомағоловтың исеме Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн һәр ваҡыт әһәмиәтле булды. Илшат Хәлил улы Башҡорт драма театрының, хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең ижади коллективын ойоштороуға нигеҙ һалды.

Илшат Йомағолов бюсын асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, Көйөргәҙе районы ҡоролтайының район башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова һәм Илшат Хәлил улының хәләл ефете - Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы исеменән министр урынбаҫары Алмаз Сәйетов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, Илшат Йомағоловтың ижад һәм тормош юлы бөтәһе өсөн дә өлгө булып тора.

- Илшат Хәлил улы - ошо театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның театрҙы үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Илшат Хәлил улы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны. Оло ижади таһыллыҡ, тәбиғи актерлыҡ һәләтенә эйә булып, ул республиканың театр сәнғәтенең алтын фондына ингән байтаҡ ролдәр ижад итте, бер төркөм актерҙар тәрбиәләне, улар педагог һалған традицияларҙы лайыҡлы дауам итә. 60-сы йылдарҙа билдәле артистың яңы һәләте асыла, уның икенсе булмышы - драматургия. Илшат Йомағолов 1967 йылда тарихи темаға яҙған "Нәркәс" трагедияһы абруйлы театр фестивалдәре бүләктәрен һәм премияларын алды. Уның пьесалары буйынса спектаклдәр республика театрҙарында ла, унан ситтә лә ҡуйылды. Бөгөн Илшат Йомағоловтың исемен театрға биреп, уның талантына, яҡты хәтеренә хөрмәт күрһәтәбеҙ, - тине Алмаз Сәйетов.

Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтар актер, режиссер, педагог һәм драматургтың биографияһына һәм ижадына арналған күргәҙмәне ҡараны. Илшат Хәлил улының туғандары театрға тапшырған шәхси әйберҙәр коллекцияһы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Кисә һуңында Илшат Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары» исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» спектакле күрһәтелде.

Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде
Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb