Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе асылды

Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе асылды

1 сентябрҙә Стәрлетамаҡтың Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Башҡортостан Республикаһындағы беренсе ижади индустрия мәктәбе асылды. Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

- Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ижади индустрия мәктәбенең уңышлы форматын уйлап тапты. Быйыл республикабыҙҙа ошондай ижади майҙансыҡ булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленде. Тәүге мәктәп баш ҡалала түгел, ә Стәрлетамаҡта асыла, - тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Әминә Шафиҡова. - Заманса ҡорамалдар һеҙгә сикһеҙ мөмкинлектәр аса. Бөгөн күптәр заманса йүнәлештәрҙә ситтән тороп эшләй, ләкин барыһы ла юғары кимәлдәге профессионалдар түгел. Был мәктәптә бирелгән белем юғары сифат билдәһе буласаҡ.

Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтарға уҡыу кабинеттары буйлап экскурсия ойошторолдо. Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм Ғәзизов беренселәрҙән булып ди-джеинг буйынса дәрес алды. Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә «Рәсәйҙә уйлап табылған» федераль проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Уны булдырыуға 46 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуларҙың 39 миллион һумы –  федераль бюджеттан.

- Былтыр беҙҙең колледж Ленин проспектындағы ҙур матур бинаға күсте, һәм октябрҙә беҙ федераль конкурста ҡатнаштыҡ та инде, - тине колледж директоры Римма Йәнтурина. - Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға беҙ иң сифатлы ҡорамалдар һатып алдыҡ. Проект республиканан өҫтәмә финанслау алды. Өсөнсө быуын ҡорамалдары менән эшләйәсәкбеҙ. Ижади индустрия мәктәбе – ул өҫтәмә белем биреү урыны. Бында төрлө балалар: мәктәп уҡыусылары, бәлиғ булмаған студенттар, шулай уҡ 25-се мәктәптән һәм сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бер нисә бала – уҡыясаҡ. Креатив – ул көнүҙәк, заманса һәм йәштәргә бик кәрәкле төшөнсә. Мәктәпте тамамлаусылар үҙ һәләттәре ярҙамында аҡса эшләй аласаҡ. Быйыл беҙ конкурсҡа тағы бер проект менән сығасаҡбыҙ: театр оҫталығы студияһын асырға теләйбеҙ.

Мәктәптә дүрт студия эшләйәсәк: анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны, заманса электрон музыка, фото һәм видео төшөрөү. Уларҙа тауыш режиссеры, электрон музыка, анимация һәм 3D-графика, дизайн, интерактив һанлы технологиялар һәм башҡа төп йүнәлештәр буласаҡ. Ижади индустрия мәктәптәренең үҙенсәлеге шунда: элек колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ғына был йүнәлештәр буйынса бушлай уҡый ала ине, ә бында 12-17 йәштәрҙәге үҫмерҙәр белем ала. Йәмғеһе 80 бюджет урыны ҡаралған. Беренсе йылда уҡыусылар бөтә йүнәлештәр буйынса уҡыясаҡ, ә икенсеһендә – тәрән өйрәнеү өсөн фәндәрҙең береһен һайлаясаҡ. Уҡытыуҙы колледж уҡытыусылары ла, саҡырылған педагогтар ҙа алып барасаҡ.

Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе асылды
Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе асылды
Стәрлетамаҡта ижади индустрия мәктәбе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb